Урынға шунда уҡ Өфө янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизоны көстәре һәм средстволары йүнәлтелгән. Утҡа ҡаршы көрәшкә 46 кеше һәм 15 берәмек техника йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә өс кеше дауаханаға оҙатылған. Белгестәр уларҙың хәлен бик ауыр тип баһалай.
Ҡазаға тарыусыларҙың береһенең 90 процент тәне бешкән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиғаға технологик эшмәкәрлектең боҙолоуы сәбәпсе булған. Урынға хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн Өфө районы прокуроры урынбаҫары Айҙар Шәймәрҙәнов килгән. Прокуратура ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота, шулай уҡ эштәрҙе башҡарғанда хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерә. Янғынды һүндереү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә.




