«Рәсәй креатив аҙналығы-Евразия» форумы Өфөлә үтәсәк

Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы Мәскәүҙә «Креатив иҡтисад» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма президенты Марина Монгуш менән осрашып, республикала креатив индустрияларҙы үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе.

«Беҙ был өлкәгә булышлыҡ итеү буйынса ҙур системалы эш алып барабыҙ. Даими рәүештә эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек биргән саралар әҙерләйбеҙ. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан креатив индустриялар өлкәһендәге Милли премияның тәүге 3 төбәге иҫәбенә инде. Беҙ»Креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһында«закон ҡабул иттек, махсус премия һәм хатта айырым дата булдырҙыҡ-8 августа креатив индустриялар көнөн билдәләйбеҙ»-тип яҙған Радий Фәрит улы. Осрашыу барышында яҡтар Өфөлә «Рәсәй креатив аҙналығы-Евразия» форумын үткәреү мәсьәләһен дә ҡараған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ