Өфөнөң «Ғаилә» эко-балалар баҡсаһында мәрхәмәтлек йәрминкәһе үтте

Сара 2 йәшлек Майя Ноғомановаға аҡса йыйыу маҡсаты менән ойошторолдо. Остеопетроз менән яфаланған балаға ҡиммәтле операция талап ителә. Елек мейеһен күсереп ултыртыу өсөн 26 миллион һум самаһы аҡса кәрәк, изге күңелле кешеләр ярҙамы менән бөгөнгә сумманың яртыһынан ашыуы йыйылған. Йәрминкәлә ҡул эштәре, аш-һыу менән һатыу итеү, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм күңел асыу саралары уҙғарылды.

Бөгөн шулай уҡ киске сәғәт 7-лә «Арт-квадрат»та хәйриә концерты ойошторола. Унда эстрада артистары сығыш яһай, улар араһында: Baby Ti, Белла Беку, Тимур Ямалов, Ринат Закиров һәм «Бүреләр» төркөмө бар. Билет һатыуҙан килгән бөтә аҡса ҡыҙҙы дауалауға йүнәлтеләсәк. Майя Ноғомановаға һәр кем экранда күргән телефон һандары йәки карта номеры буйынса ярҙам ҡулы һуҙа ала.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ