Илебеҙ төбәктәрендә легендар осоусы Валентина Гризодубова иҫтәлегенә хәтер саралары уҙғарыу тәҡдиме менән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы сығыш яһаған. Валентина Гризодубова 1937 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңел моторлы спорт самолеттарында осоу рекорды ҡуйған тарихи шәхес. Ул шулай уҡ бынан 85 йыл элек совет ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы комитетын ойоштороу башында тора. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Харьковта тыуған Валентина Гризодубова- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ике йөҙгә яҡын хәрби осош яһай. Гридозубова уҡыуҙары быйылғы йылдан старт алды һәм Баймаҡ районында уны ҡатын-ҡыҙҙары советы ойошторҙо. Сарала уның батырлығы һәм фиҙакәрлеге тураһында сығыштар булды.
Ҡатын-ҡыҙҙың ил яҙмышына индергән өлөшөн баһалап бөткөһөҙ. Авиация фәнен һәм техникаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Валентина Гризодубова Социалистик хеҙмәт геройы исеменә лайыҡ була. Бөгөн, махсус хәрби операция барған мәлдә уның юлын ирекмәндәр дауам итә. Улар тылда ҙур сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә.
Гризодубова уҡыуҙары-совет ҡатын-ҡыҙҙарының антифашист комитетының һәм уның легендар нигеҙ һалыусыһы Валентина Гризодубованың 85 йыллығына арналған масштаблы бөтә рәсәй проекты. Уның төп бурысы-бөйөк батырлыҡ тураһында хәтерҙе һаҡлау, йәштәргә еңеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле тураһында һөйләү һәм уларҙа үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү.




