«Ер ҡото» этномәҙәни һәм патриотик фестивале быйыл Әлшәй районында үтәсәк

Бишенсе тапҡыр уҙғарылған төбәк-ара сара тураһында «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе ултырышында белдерҙеләр. Йәмәғәт ойошмаһының ойоштороу комитеты ултырышында үткән фестивалдәргә йомғаҡ яһалды һәм көтөлгән үҙгәрештәргә анонс яһалды.

Ватан һаҡсылары өсөн «Ер ҡото» фестивале тотош бер һабантуйға әйләнде. Унда традицион медицина ярҙамы менән бер рәттән халыҡ табиптары, имселәр ҙә үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә. Яугирҙар психологик, юридик ярҙам ала. Шунда уҡ спорт уйындары, һәүәҫкәр артистар сығышы ла ҡаралған. Быйыл халыҡ табиптарының оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар уҙғарыу, ҡул эштәре йәрминкәһе ойоштороу күҙаллана. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар ҙа арта ғына. Быйыл сит төбәктәрҙән дә килеүселәр көтөлә. Ойоштороу комитеты фестивалде уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткән ирекмәндәрҙе, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәрен тәбрикләне. Махсус хәрби операция ветераны Ринат Саҙретдиновҡа следж хоккей уйнау өсөн спорт кәрәк-яраҡтары ла тапшырылды.

Волна
Акции БСТ