Тауҙарға ғашиҡ шағир-уҡытыусы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рауил Ниғмәтуллиндың иҫтәлегенә хәтер кисәһе уҙҙы. Билдәле шағир, ғалим-педагог һәм йәмәғәт эшмәкәренең 85 йыллығына арналған осрашыуға шәхестең яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды. Сара Рауил Хөрмәт улының үҙ тауышы-уның шиғыр уҡыған видеояҙмаһы менән башланды. Хәтер кисәһендә сығыш яһаусылар үҙҙәренең йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар орашыуға айырым бер йәм өҫтәне. Өфөнөң 130-сы мәктәбе уҡыусылары Рауил Ниғмәтуллиндың шиғырҙарын ятлап ҡына ҡалманы, уның һүҙҙәренә яҙылған «Гөлсәсәгем» йырын башҡарҙы.




