Өфөлә кадеттарға наградалар тапшырылды

“Ҡарт олатайым менән ғорурланам. Уның юлын дауам итәм. Киләсәктә хәрби булырға теләйем”. Өфө кадет корпусы уҡыусыһы Эмиль Моратов шулай тип белдерҙе. Ул Рәсәй Геройы, легандар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың бүләһе. Бөгөн үҫмергә “1941 йылда Куйбышевта үткән хәрби парад иҫтәлегенә арналған” тигән билдә тапшырылды. Тантаналы сара баш ҡаланың Совет майҙанында үтте.

Өфөлә кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфө Кадет корпусы педагогтарына ла награда тапшырылды. Педагог Фәнилә Фәтхетдинова 25 йыл башҡорт һәм рус телдәренән уҡыта.

Өфөлә кадеттарға наградалар тапшырылды
Фото №1 - Өфөлә  кадеттарға  наградалар тапшырылды
Волна
Акции БСТ