Был вазифаға Николай Воеводин тәғәйенләнде. Ул төрлө йылдарҙа Түбәнге Новгород, Саров һәм Тольятти командаларының тренерҙар штабында эшләгән, уҙған миҙгелдә Санкт-Петербургтың СКА-ВМФ-ында баш тренер булған. Нефтекама клубы даими беренселекте 18-се урында тамамланы, плей-офҡа сыға алманы.





