Евразия күсмә цивилизациялар музейының “Турахан” визит үҙәге тамашалар миҙгелен башлай. Һәр шәмбе асыҡ һауала концерт була. Бында “Саптар” этно-фольклор төркөмө, “Мираҫ” ансамбле солистары, думбырасылар коллективы, ҡурайсы Роберт Юлдашев, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сығыштары көтөлә. Музей хеҙмәткәре Флорида Байкова һөйләй.
16 майҙа “Турахан” визит үҙәге Бөтә Рәсәй “Музейҙар төнө” акцияһына ҡушыла.





