Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр күсерелә

Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 900 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында башҡарыла. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, ике йылға раҫланған аҡса 11 муниципалитеттағы 31 күп фатирлы йортҡа ҡағыла.  810 кеше иҫке йорттарынан күсенеп, яңы  фатирға сыға.  

Фото №1 - Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр күсерелә
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ