Эске юлдарҙа, Рәсәй һәм бөтә донъя буйлап. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә май айында республикала йәшәүселәрҙең транспорт мобиллеген күтәреүсе өс ваҡиға тураһында яҙып сыҡты.
Уларҙың тәүгеһе 1 майҙа Өфөнән Белоретҡа яңы, ике системалы «Финист» поезының юлға сығыуы. Составтың алмаш һәм даими токта эшләй алыуы юл йөрөү ваҡытын күпкә ҡыҫҡарта. Әгәр ҙә элек Инйәр станцияһында ток яңыртыу өсөн тулыһынса локомотивты алыштырырға тура килһә, хәҙер был талап ителмәй. Һөҙөмтәлә маршрут элекке 6 сәғәт урынына 5 сәғәт дауам итә. Киләсәктә был күрһәткесте 4 сәғәткә тиклем кәметеү ҡарала. Ике аҙна эсендә яңы поезда 6 мең ярым пассажир йөрөп өлгөргән дә инде.
Бынан тыш, 8 майҙа Һамарҙан Өфөгә тәүге «Ҡарлуғас» килеп етеүе лә мөһим ваҡиға. Беҙҙең өсөн был заманса ҡала яны поездарын хеҙмәтләндергән өсөнсө төбәк-ара маршрут. Был поезға ла Ырымбурға һәм Силәбегә кеүек ихтыяж ҙур булыр, тип ышанам. Әлеге осраҡта юл йөрөү ваҡыты 2 сәғәткә ҡыҫҡарҙы. Бынан тыш, алыҫ юлға йөрөгән поездарҙан айырмалы, төбәк һәм федераль льготаларға эйә пассажирҙар өсөн ташламалар ғәмәлдә.
7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура авиарейс асылды. Был тарихи ваҡиғаүҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тағы ла нығытыр тип ышанам. Самолет шаршамды көндәре Сухумдан Өфөгә, кесе йома-Өфөнән Абхазияға оса. Ике яҡҡа ла 3 сәғәт тә 25 минутта барып етергә мөмкин. Элек был йүнәлештә тик Сочиҙа туҡталыш яһап ҡына барып була ине. Республикала йәшәүселәр сәйәхәт итергә теләй һәм беҙ уларға был мөмкинлекте тәьмин итергә тейешбеҙ. Эш артабан да дауам итәсәк. Сиратта-Минскиға өҫтәмә авиарейс асыу, белорустар менән был турала килешелгән, тип белдергән Башҡортостан етәксеһе.




