Өфөлә Рәсәйҙең медицина һәм фармацевтика университеттарында белем алыусы сит ил студенттары өсөн крикет буйынса халыҡ-ара тукрнир үтә. Етенсе тапҡыр ойошторолған ярыш Өфөлә билдәле спорт сараһына әйләнеп бара. Өс көн дауамында еңеү өсөн 8 команда көс һынашасаҡ. Республика данын Башҡорт дәүләт медицина һәм педагогия университеттарынан ике команда яҡлай. Турнирҙа шулай уҡ Ырымбур, Омск, Силәбе һәм Пермь студенттары ҡатнаша.




