Өфөлә кампус төҙөлөшө майҙанында янғын сыҡты

Тәүге минуттарҙа төҙөлөш өҫтөндәге ҡуйы ҡара төтөндө алыҫтан күҙәтергә мөмкин ине. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынае хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынында төҙөлөш сүп-сары янып киткән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәтәр буйынса, утта зыян күреүселәр юҡ, әлеге мәлгә янғын һүндерелгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирил Первов белдереүенсә, хәл контролдә ҡала.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ