Республикала яңы уҡыу йылына 53 белем биреү объекты тәртипкә килтереләсәк

Балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр «Йәштәр һәм балалар», «Ғаилә» милли проекттары сиктәрендә төҙөкләндерелә. Бынан тыш бер нисә колледжда ла капиталь ремонт уҙғарыу күҙаллана. Белем йорттарының төп өлөшө август айына яңыртыласаҡ тип көтөлә. Теманың дауамы Флорида Миһранова яҙмаһында.

Өфөнөң 218-се һанлы балалар баҡсаһы 1969 йылда төҙөлгән бина. Ошо ваҡыттан алып мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Март айында бында «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре башланған. 250 балаға иҫәпләнгән бинала иҙән-түшәмдәр, тәҙрәләр, ял һәм йоҡо бүләмәләре, ашхана яңыртыла.

Төҙөлөш килешеүе буйынса бөтә эштәр ҙә беренсе августҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ошо уҡ ваҡытҡа баш ҡаланың 22-се мәктәбендә лә ремонт эштәре тамамланасаҡ. Объекттың йылытыу, яҡтыртыу системалары яңыртыла, бинаның фасады, уҡыу кабинеттары төҙөкләндерелә. Белем биреү объекты «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса яңыра.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә генә быйыл 16 мәктәп һәм лицейҙа капиталь ремонт үткәреләсәк. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт йылда Башҡортостанда мәғариф программалары буйынса 181 мәктәп бинаһы тәртипкә килтерелде. Был иһә 72 меңдән ашыу бала өсөн уҡыу шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирҙе. Быйыл республикала 41 мәктәптә капиталь ремонт үткәрелә. Бынан тыш, алты колледж һәм алты балалар баҡсаһы яңырыу кисерә.

Ф.Миһранова

Волна
Акции БСТ