Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Һыу инәһе» филдьмы Ҡариҙел районындағы почтальон Алена Алееваның тарихына арналған. Алена оҙаҡ йылдар буйы төпкөл ауылдарға почта хаттарын, өлкәндәргә пенсия, шәхси посылкаларҙы алып барып еткерә. Йылға аша йөрөгән героиня йәйҙәрен кәмәлә, ҡыштарын ҡаргиҙәрҙә хәрәкәт итә. Эш көнө дауамында ул ел-ямғыр, селләләргә ҡармай, 130 саҡрым юл үтә. 2022 төшөрөлгән документаль фильм «Алтын шәм» Рәсәй милли премияһына лайыҡ булған.




