Милләттәштәребеҙгә арналған баҫманы тарих фәндәре докторы, Беларусь Милли фәндәр академияһы ғилми хеҙмәткәре Елизавета Квилинкова тәҡдим итте. Монографияла этномәҙәни, социологик мәғлүмәт килтерелә. Башҡортостандың Белоруссия менән бөгөнгө хеҙмәттәшлек йүнәлештәре лә яҙылған. Ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында үткән сарала ғилми тикшеренеүҙәрҙе дауам итеү, яңы йыйынтыҡтар баҫтырыу мөһимлеге билдәләнде.




