"Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" Бөтә Рәсәй конкурсының махсус номинацияһында еңеүсе миллион һум аласаҡ

Номинация тыныс тормошта яңы һөнәр өйрәнеүсе махсус хәрби операция ветерандары өсөн булдырылды. Бөгөн Өфөлә конкурстың төбәк этабы уҙғарыла. Унда төрлө ҡала һәм райондарҙан 19 ветеран ҡатнаша. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр октябрь айында округ кимәлендәге бәйгелә сығыш яһай. Федераль этапта еңеүселәргә аҡсалата премия ҡаралған. Беренсе урын өсөн 1 миллион һум, икенсе урынға 500 мең һәм өсөнсө урын өсөн 300 мең һум бирелә.

Фото №1 - "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" Бөтә Рәсәй конкурсының махсус номинацияһында еңеүсе миллион һум аласаҡ
Волна
Акции БСТ