“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына тағы алты зубр килтерелгән

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә.  “Хәҙер Башҡортостанда зубрҙар  һаны  31-гә етте. Улар араһында республикала  тыуған быҙауҙар ҙа бар. 2030 йылға уларҙың иҫәбе 50-гә етер, тип планлаштырабыҙ. Беҙ “Экологик именлек” милли проекты барышында  биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса мөһим дәүләт мәсьәләһе менән шөғөлләнәбеҙ, тәбиғәткә бурысыбыҙҙы ҡайтарабыҙ. Кеше ғәйебе менән 20-се быуат башында зубрҙар ҡырағай тәбиғәттә тулыһынса ҡырылып бөтә. Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып уларҙы тергеҙеү үҙәгенә әүерелә һәм әле беҙ ошо эште дауам итәбеҙ. Башҡортостан илебеҙҙә Беловежск урманынан килтерелгән зубрҙар иректә йөрөгән берҙән-бер төбәк. Уларҙы күрергә  Мораҙым тарлауығына рәхим итегеҙ”-, тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - “Мораҙым тарлауығы”  тәбиғәт паркына тағы  алты зубр килтерелгән
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ