Өфөлә “Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Ярышты “Рәсәй  - мөмкинлектәр иле” президент платформаһы ойоштора. Баш ҡалала Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 285 ғаилә ҡатнашты. Улар өсөн спорт бәйгеләре, ижади һәм зирәклек ярышы ойошторолдо.  Ирина Вервельская 30 бала әсәһе. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың 27-һе ғаиләгә алынған. “Беҙҙең ғаилә төрлө милләт балаларын берләштерә”, - ти Ирина ханым.

Өфөлә “Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсы еңеүселәре асыҡланды

“Беҙ ойошторған конкурста бөтә Рәсәй сағылыш тапҡан. Ватаныбыҙ ҙур һәм татыу ғаиләләре менән көслө”, - ти “Рәсәй  - мөмкинлектәр иле” президент платформаһы генераль директоры урынбаҫары Оксана Ачкасова.

Өфөлә “Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсы еңеүселәре асыҡланды

“Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсы икенсе тапҡыр үтә. Ул “Ғаилә” милли проекты нигеҙендә ойошторола. Быйыл ярышта Башҡортостандан 27 ғаилә ҡатнашты.  Күҙәтеү Советы ағзаһы, яҙыусы-фантаст Сергей Лукьяненко:

Өфөлә “Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Конкурс финалы июлдә Мәскәүҙә үтә. Унда Волга буйы федераль округынан 55, шул иҫәптән республиканан 4 ғаилә ҡатнаша. Еңеүселәргә 5-шәр миллион һумлыҡ сертификат тапшырыла.

Фото №1 - Өфөлә “Был беҙҙең ғаиләнеке” конкурсы еңеүселәре асыҡланды
Волна
Волна
Акции БСТ