Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре пландың яртыһынан ашыуына үтәлгән

Бөгөнгә республикала 1 миллион 28 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрелгән, был планлаштырылған күләмдең яртыһынан ашыуын тәшкил итә. Лидерҙар иҫәбендә-Стәрлетамаҡ районы, унда эштәр 91 процентҡа теүәлләнгән.

Төбәк хужалыҡтары элегерәк был ваҡытта сәсеүгә яңы ғына тотонһа, әле эштәр һуңғы гектарҙарҙа бара. Бер нисә йыл инде яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк килә. «Рощинский» хужалығының был баҫыуында әле рапс сәселә. Төп культураларҙың береһе баҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана, хаҡы ла юғары. Шуға ла һауа торошо уңай килгәндә табыш ғәҙәти бойҙай менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға арта.

Юғары табышлы кульураларға баҫым яһау быйылғы миҙгелдең төп тренды. Республикала сәсеү майҙандарының структураһын маҡсатлы үҙгәртеүгә ҙур иғтибар бүленә. Бойҙай йәки арыш сәсеү күптән отошло түгел һәм ҡайһы берҙә хатта зыянлы ла. Гектарынан күберәк аҡсаны шул уҡ майлы культуралар-көнбағыш, рапс һәм етен килтерә. Быйыл уларҙың майҙандарын киңәйтергә ҡарар ителде. Соя күләме лә арттырылды.

Волна
Акции БСТ