Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыуҙы тамамланы

Ҡырмыҫҡалы районы аграрийҙары ярауайҙарҙың планға ҡарата 70 процентын сәсеп өлгөргән. Был ҡеүәтле техника автопилот режимында идара ителә. Эш барышын Андриян Николаев борт компьютеры ярҙамында контролдә тота.14 гектар майҙанда арпа, соя, көнбағыш, кукуруз сәселә. Был культураларҙың гибридтары ла, сорттары ла һынау үтә. Буласаҡ уңыш күләме күп йыллыҡ тәжрибәнән сығып күҙаллана

Көҙгөһөн ямғырлы көндәрҙең күп булыуы яҙын баҫыуҙарҙы ҡоролоҡтан ҡотҡара. Әлеге ваҡытта иң мөһиме-дымды һаҡлап ҡалып, уңышты юғалтмау. Быйыл гектарынан 25 центнер соя, 30 центнер көнбағыш, 60 центнерҙан ашыу ужым бойҙайы, 80-100 центнерға тиклем кукуруз алырға иҫәп тотабыҙ.

Ильяс Үзбәков, компания етәксеһе
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ