Яуаплы миҙгел алдынан һауыҡтырыу үҙәктәрендә әҙерлек эштәре дауам итә. Өфөләге «Аҡсарлаҡ» лагерында вожатыйҙар тәүге сменаны ҡабул итергә әҙер. Студенттар балаларҙың йәйге ялын бәлә-ҡазаһыҙ, файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн лекциялар тыңлап, педагогик белемен камиллаштырған. Вожатыйҙар балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә. мәҙәни программа, төркөмлө уйындар, ял сәғәттәре ойошторорға тейеш. Быйыл йәйге каникул осоронда Башҡортостанда 1700 лагерь эшләйәсәк. Уларҙа балаларҙы һауыҡтырыу программалары, мәктәп һәм хеҙмәт лагерҙарында-тематик сменалар ҡаралған. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан да балалар ялға киләсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балалары өсөн ял бушлай.




