Бөгөн Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Әһәмиәтле дата алдынан Өфөлә «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсы финалистары иғлан ителде. Халыҡ һөйөүен яулаған проект «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» президент платформаһында үткәрелә.
Күләмле сарала Башҡортостан исеменән 27 ғаилә сығыш яһаны. Конкурс үҙе Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 285 команданы берләштерҙе. Дүрт көн дауамында улар интеллектуаль, спорт һәм ижади һынауҙарҙа ярышты. «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсы-«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә ойошторола. Финалға илдең төрлө субъекттарынан йәмғеһе 330 команда сыҡты, уларҙың 55-е-Волга буйы федераль округы төбәктәре вәкилдәре. Башҡортостандан һуңғы этапта 4 ғаилә ҡатнаша. Еңеүселәрҙең һәр ҡайһыһына 5-шәр миллион һумлыҡ 60 сертификат ҡаралған, уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға була. Бынан тыш, финалға сығыусылар ғаилә менән сәйәхәт итеү өсөн юлламалар менән бүләкләнде.




