Иҫкәртелгән, тимәк, ҡотҡарылған. Өфөлә урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмә үтте. Унда ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлеге һыналды. Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хәрби әҙерлекте һынау-һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеү хәйерле. Хәрби әҙерлекте һынау күнекмәләренә Өфө янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизонының барлыҡ частары йыйылған. Тренировка ерҙә лә, күктә лә үтә.
Янғын һүндереү буйынса күнекмәләр-махсус хеҙмәттәрҙе һәм ҡотҡарыусыларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә дөрөҫ, тиҙ эш итергә өйрәтә. Уҡыуҙарға 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр һәм 58 берәмек техника йәлеп ителгән.
Легенда буйынса, урман-парк зонаһында ут сыға. Көслө ел арҡаһында янғындың балалар лагерына күсеү хәүефе янай. Ваҡиға урынында оператив штаб йәйелдерелә, хәрби һүндереү участкалары булдырыла.
Һауа шарттарының үҙенсәлектәре янғындарҙың барлыҡҡа килеүенең берҙән-бер факторы түгел. Кеше иғтибарһыҙлығы, мәҫәлән, һүндерелмәгән усаҡ йәки ташланған тәмәке, урман өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.
Урман янғындарын һүндереү буйынса уҡыуҙар барышында техника бөтөнлөгө лә тикшерелде. Сарала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфөнөң Янғын һағы идаралығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының шәхси составы ҡатнашты. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы үтте. Төбәктә йыл башынан алып 6 урман янғыны сыҡҡан. Уларҙың дөйөм майҙаны 55 гектарҙан ашыу. Һуңғы тәүлектә республикала ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән.
Әлфинә Килдейәрова




