Баш ҡала үҙәгендә яңы түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковка урындары 2200-гә артты. Уларҙың яҡынса ун проценты мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән. Водителдәргә юл билдәләре һәм мәғлүмәт щиттарына иғтибарлы булыу талап ителә. Түләүле урындар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләй, хаҡы-сәғәтенә 40 һум. Баш ҡала үҙәгендәге үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Өфөнөң Театр урамында бер сәғәттән ашыу ваҡытҡа автомобиль ҡалдырыу хәҙер водителдәрҙең кеҫәһенә һуғасаҡ. 15 майҙан алып был участка түләүле парковкалар зонаһына индерелде, илленән ашыу урын билдәләнгән. Ҡағиҙәләрҙең үтәлеше видеокүҙәтеү камералары аша теркәлә, шулай уҡ мобиль комплекстар менән йыһазландырылған машиналар йөрөй. Мәғлүмәт шунда уҡ автоматлаштырылған системаға ебәрелә.

Өфөлә түләүле парковкалар былтыр 27 июндән эшләй башланы. Тәүге этапта 1188 урын билдәләнһә, хәҙер яңылары менән уларҙың дөйөм иҫәбе өс меңдән ашты. Карл Маркс урамында өҫтәмә ике участка булдырылды, шулай уҡ Цюрупа, Ленин, Гоголь урамдарында ла махсус юл билдәләрен, мәғлүмәт щиттарын күрергә мөмкин. Парковка киңлегенең артыуы әлегә баш ҡала үҙәгенә генә ҡағыла.

Парковка урыны өсөн килеп туҡтағас шунда уҡ, йәки көн дауамында төнгө 12-гә тиклем түләргә мөмкин. Өлгәрмәгән осраҡта-мең ярым һум штраф ҡаралған. Водителдәр түләүле парковка урындарына бәйле төрлө ҡарашта, берәүҙәр юлда ниһайәт тәртип булдырылыуын билдәләһә, икенселәр түләүле урындарға ризаһыҙлығын еткерҙе.

Түләүле парковка эш көндәрендә билдәләнгән ваҡытта ғына эшләй, хаҡы-сәғәтенә 40 һум. Түләүҙәрҙе «Горпарковки» мобиль ҡушымтаһы, шулай уҡ рәсми сайт, банкомат, смс-хәбәрҙәр ярҙамында башҡарырға мөмкин. Айына уртаса 120 меңдән ашыу транзакция үтеүе билдәле.

Өфөлә түләүле парковкалар менән бушлай файҙалана алған граждандарҙың льготалы категориялары ла билдәләнгән. Әлегә исемлектә ун өс мең ярымдан ашыу кеше булыуы билдәле. Күп балалы ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби бәрелештәр ветерандары, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар был мөмкинлек менән файҙалана ала. Бының өсөн күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә, йә Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы махсус сервиста теркәү үтергә кәрәк.

Түләүле парковкалар күп фатирлы йорттар эргәһендә лә урынлашҡан, әлегә милекселәр мөрәжәғәте буйынса абонементтар булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Киләсәктә баш ҡалала автомобилдәргә түләүле урындар ойоштороу эше дауам итәсәк, транспорт трафигына анализ яһала.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ