Дим йылғаһы аша күперҙә капиталь ремонт дауам итә

Дәүләкән-Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күперҙә ремонт эштәре дауам итә. Оҙонлоғо 209 метрлыҡ күперҙең һул яҡ һыҙатында ремонт-төҙөлөш эштәре барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажында.

Дәүләкән-Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күпер «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса ремонтлана. Эшселәр күпер араларындағы плитәләрҙе һәм тимер-бетон балкаларҙы алмаштыра, ҡоролманың һәр өлөшө яңыртыла.

Беҙ объектты бик насар хәлдә ҡабул итеп алдыҡ. Күпер өҫтөндө соҡорҙар һәм уйымдар күп ине. Уң яҡ һыҙатта төҙөлөш эштәре тулыһынса тамамланған, транспорт хәрәкәте лә көйләнгән. Һул яҡта гидроизоляция, асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәү эштәре алып барыла, кәртәләр яңыртыла.

Екатерина Вахмянина, «Мостдорстрой» ойошмаһының етештереү-техник бүлеге етәксеһе

Күпер ныҡлы һәм ышаныслы булырға, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә тейеш. Төҙөүселәргә тейешле консистенциялы шыйыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы махсус автоцистернала килтерелә.

Дәүләкән ҡалаһы эргәһендәге Дим йылғаһы аша күпер район халҡы, ҡалаға Р-240 Өфө-Ырымбур федераль трассаһы яғынан инеүселәр өсөн дә мөһим. Бында йәмәғәт транспорты һәм мәктәп автобустары ла йөрөй. Был юлдан- Асылыкүлгә юлланған туристар ҙа файҙалана. Трафик тәүлегенә 1800 машинаға етә. Юл йөрөүсе халыҡ күперҙең тулыһынса файҙаланыуға тапшырылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

Күперҙең уң яҡ яры матрас рәүешендәге габиондар ярҙамында нығытылған, ә өҫкө конусҡа монолит плитәләр түшәләсәк. Обьектты октябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ