Краснокама районының Лабода күлендә рөхсәтһеҙ һыу аҫты тереклегенә «һунар» итеп йөрөгән ир һауанан үҙенә «һунар» барғанын абайламай ҙа. Дрон камераһы кәмәлә ауҙарын ҡарап йөрөүсе ирҙе күреп ҡала. Ярға сыҡҡас уны инспекторҙар ҡаршы ала. 76 йәшлек ир мең ярымдан ашыу ҡыҫала тотоп өлгөргән була. Полиция хеҙмәткәрҙәре браконьерҙың кәмәһен һәм 17 ҡапҡанын тартып ала. Ҡыҫалалар кире күлгә ебәрелә. Ә бына иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бөгөн Ҡандракүлдә лә «Бөтә Рәсәй ауһыҙ көн» акцияһы сиктәрендә рейд ойошторолдо. Халыҡ фронты, Экоконтроль ойошмалары вәкилдәре, студенттар, тәбиғәт паркы инспекторҙары һыу ятҡылығын браконьер ауҙарынан азат итте. Күлдән 60 ҡыҫала ҡапҡаны, 150 метр ау сығарылды. 200 килограмдан ашыу балыҡ һәм ҡыҫала кире һыуға ебәрелде.




