Республика башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында төбәктең юғары уҡыу йорттары студенттары араһында эссе конкурсына йомғаҡ яһалды. Академияла уҙғарылған лекторий һөҙөмтәһендә иғлан ителгән ижади бәйгелә егерме кеше ҡатнашҡан. Уларҙың иң яҡшыларына дипломдар тапшырылды һәм стажировкаға саҡырылды. Авторҙар төрлө темаларға мөрәжәғәт иткән. Мәҫәлән, «Мин бер көнгә министр булһам, тәүге өс ҡарарым..» Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән Алмаз Кәримов иһә, ауыл хужалығы өлкәһен күтәреү юлдары тураһында бәйән иткән.




