Иглин районында ғаилә ҡиммәттәренә арналған форум үтте

Ныҡлы ғаилә-айыҡ ауыл-көслө Башҡортостан. Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Иглин районында ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, айыҡ тормошто пропагандалауға арналған форум ойошторҙо. Сарала «Айыҡ ауыл» конкурсында финалға сығыусылар ҙа тәбрикләнде, күсмә семинар республиканың тағы ла ете төбәгендә уҙасаҡ. Абруйлы ярышта еңеүселәр һәм башҡарылған эштәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Аҡса ғына түгел, күңел йылыһы ла һалынған объект Ҡалтыман ауылының «Ғаилә» скверы. Ул «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән аҡсаға төҙөлгән. Хәҙер майҙандан балалар ҙа, өлкәндәр ҙә өҙөлмәй. Конкурста ҡатнашыу ҡалтымандарҙы берләштергән, әүҙемләштергән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә семинарын тап Иглиндә ойоштороу осраҡлы түгел. Район «Айыҡ ауыл» конкурсында даими ҡатнаша һәм еңеү яулай. Быйыл абруйлы ярышта Ивано-Казанкалар үҙ көсөн һынаған. Киләсәктә күсмә семинарҙарҙы тағы ла ете зонала ойоштороу ҡаралған.

Күсмә семинарҙың программаһы бай йөкмәткеле, ул фекер алышыуҙарҙы ла, оҫталыҡ дәрестәрен дә, тәжрибә майҙансыҡтарын да үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, 1-се мәктәптә сәләмәт йәшәү нигеҙҙәре буйынса һөйләшеү, ә район китапханаһында шәжәрә төҙөү буйынса практикум ойошторолған Сараларҙа билдәле ғалимдар, белгестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Район мәҙәнит һарайы алдындағы майҙанды ике тирмә ҡуйылған. Тирмәләрҙә Иглин районынын төйәк иткән төрлө милләт халыҡтарының мәҙәни хазиналары, йолалары, кәсептәре, көнкүреш әйберҙәре менән танышырға мөмкин. Бында сыуаштарҙың милли кейем өлгөләре лә, славяндарҙың оҫтаханалары ла ҡуйылған. Ғәбиҙә Вәлиева ҡул эштәре оҫтаһы, ул оҙаҡ йылдар Иглиндә йәшәһә лә, сығышы менән Ҡурған өлкәһе Сафакүл районынан. Оҫта өйҙәрендә республикалағы берҙән-бер сигеү музейы ла асҡан. Күп эштәре тамбур ысулы менән.

Форумдың пленар ултырышында «Айыҡ ауыл» конкурсында ошо зонанан финалға сығыусы 10 муниципаль берәмек вәкилдәренә сертификаттар тапшырылды. Ауырғазынан Нуғаҙаҡ ауылы «Урта тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнаша. Конкурста еңеү берләштерҙе, таланттарҙы асты, яңы уңыштарға этәрҙе, ти ауыл хакимиәте башлығы Раушания Биктимерова.

Сарала шулай уҡ «Айыҡ ауыл» конкурсын ойоштороуҙа, пропагандалауҙа әүҙем ҡатнашҡан төрлө һөнәр эйәләренә Рәсәй Дәүләт Думаһынның рәхмәт хаттары тапшырылды. Конкурстың еңеүселәрен бүләкләү иһә киләһе дүшәмбе Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә үтәсәк.

Ныҡлы ғаилә, айыҡ ауыл, көслө Башҡортостан. Исеменән үк күренеүенсә сара ғаилә ҡиммәттәрен, айыҡ тормошто пропагандалауҙы күҙ уңында тота. Һәм улар бер-береһе менән тығыҙ бәйле, системалы, комплекслы эшмәкәрлек талап итә. Быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, йолаларҙы, кәсептәрҙе тергеҙеү, мәшғүллекте тәьмин итеү, белгестәр ярҙамы, дәүләт хәстәре-улар барыһы ла бер бөтөнлөктө тыуҙыра. Иглин районындағы сара ошо эшмкәрлектең бер сағылышы.

Р.Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ