Театрҙың алтын бағаналарының береһе. Уның ижады аша сәнғәт тарихын өйрәнергә мөмкин. 75 йәшен билдәләгән Илсөйәр Ғәзетдинованы шулай тип ҙурланы сәхнәләштәре. Башҡорт академия драма театрында актрисаның юбилей бенефисы үтте.
Һандуғас, Ғәлиәбаныу, Йәмилә кеүек романтик ролдәрҙән башлап тәрән драматик, трагик ҡатын-ҡыҙ образдарына тиклем-Илсөйәр Ғәзетдинованың ижад юлы бай һәм сағыу. 1972 йылда, сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгәндә үк ҙур сәхнәгә аяҡ баҫа ул һәм ғүмере буйы Башҡорт академия драма театрына тоғро ҡала. Тиҙҙән 55-се ижад миҙгелен башлай Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы.
Ижад юлы тигеҙ генә бармай актрисаның. «Хыял иткән ролемде бирмәһәгеҙ, театр ҙур юғалтыу кисерәсәк»,-тип ролдәре өсөн көрәшкән мәлдәре лә була. Әммә йөрәген ярып сыҡҡан һәр образы театр сәхнәһендә сағыу күренешкә әүерелә. Мостай Кәрим персонаждарын уға атап яҙа. Халыҡ шағиры, драматургтың ҡыҙы Әлфиә Кәримова Илсөйәр Ғәзетдинованы «Театр традицияларын һаҡлаусы актриса» тип атаны. Алмас Әмиров Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының иң юғары наградаһы-Константин Станиславский исемендәге миҙалын тапшырҙы. Халыҡтар дуҫлығы орденынын юҡҡа ғына йөрөтмәй Илсөйәр Ғәзетдинова. Ике республиканың халыҡ артисткаһы ижады менән милләт-ара татыулыҡты нығытыусы ла.
Дүртөйлө-таланттарға бай яҡ. Башҡорт театр сәнғәтенә хеҙмәт иткән Фидан Ғафаров менән Илсөйәр Ғизетдинова ғына ни тора! Яҡташтары юбилярға теләктәрен сәнғәт теле менән еткерҙе һәм «Дүртөйлө районының почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исем менән ҙурланы. Башҡортостан театрҙары, яҙыусылар союзы, радио-телевидение коллективтары актрисаға тәрән ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе. Остазы Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова Илсөйәр Ғизетдинованы cәхнәгә тоғролоҡ, бирелгәнлек өлгөһө тип атаны. Юбилей бенефисын Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» спектакле дауам итте. Ҡасандыр ауыл ҡыҙы Сәжиҙәне уйнаған актриса бай ҡатыны Сафия ролендә сәхнәгә сыҡты. Тамаша алдынан Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, театр сәнғәтенә индергән ҙур өлөшөн баһалап, Илсөйәр Ибраһим ҡыҙын Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Дәрт-илһамы ташып торған актрисаны оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәне тамашасы. Ныҡлы һаулыҡ, сағыу ролдәр һәм оҙон сәхнә ғүмере теләне.
Рәйсә Абдуллина




