Башҡортостан данын «Йыл оҫтаһы-2026» конкурсында Алена Хаджиогло яҡлаясаҡ

Колледждар хеҙмәткәрҙәренең «Йыл оҫтаһы-2026» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын Алена Хаджиогло яҡлаясаҡ. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы уҡытыусыһы менән «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында Радий Хәбиров таныштырҙы.

Алена Александровна уҡытыусы һәм директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе, буласаҡ янғын һүндереүселәр менән эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, студенттар уға оло ихтирам менән ҡарай һәм һәр башланғысын күтәреп ала. Конкурстың төбәк этабы «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә үткәрелә. Уның быйылғы еңеүсеһе Алена Хаджиогло Ямал-Ненец автономиялы округында уҙасаҡ финалда Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бындай уҡытыусылар беҙҙең һөнәри белем биреү системаһында эшләүе ҡыуаныслы. Уның өсөн бөтә республика менән янып-көйәсәкбеҙ тип яҙған, Радий Хәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ