Иглин районында медицина инфраструктураһы яңыртыла

Иглинда яңы поликлиника төҙөләсәк. Был турала республика Башлығы Хөкүмәт кәңәшмәһендә хәбәр итте. Әлеге ваҡытта Иглиндағы медицина учреждениелары яраҡлаштырылған биналарҙа урынлашҡан, шуға күрә заманса поликлиника төҙөү көнүҙәк. Медицина учреждениеһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөләсәк. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Гөлназ Динеева Иглинға 4 йыл элек күсеп килгән. Ғаиләлә ике бала, улар ҙа бында процедуралар ала. Бина иҫке, табиптар тығыҙ шарттарҙа эшләй. Әммә ике бала әсәһе, башҡа әсәйҙәр кеүек үк, балалары өсөн яҡшыраҡ шарттар тураһында хыяллана.

Районға һуңғы ун йылда ғына 18 меңгә яҡын кеше күсеп килгән. Яңы медицина учреждениеһын төҙөү пациенттар һәм уларҙы һауыҡтырыусылар өсөн дә яҡшы шарттар булдырасаҡ.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров та Иглинда яңы медицина учреждениеһы төҙөләсәк, тип белдерҙе. Ул сменаһына 600 пациентты-өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡабул итәсәк. Медицина учреждениеһын төҙөү «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ. Яңы поликлиника эсендә алты терапия һәм педиатрия участкаһы, стоматология, рентген һәм функциональ диагностика бүлектәре урынлашасаҡ. Төҙөлөш йәйгеһен башлана һәм өс йылға иҫәпләнгән.

Быйыл беренсел звеноны яңыртыуға республика йәмғеһе миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп итәсәк. Йыл аҙағына Тиклем Башҡортостанда 8 яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡорола һәм 32 объект ремонтланасаҡ. Был эштәр сифатлы медицина ярҙамының ҡала халҡынан тыш, ауыл кешеләренә лә йылдан-йыл яҡыныраҡ була барыуын күрһәтә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ