Яңы менюға күсәсәк белем усаҡтарына бөтә этаптарҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк. Благовар районы Языков ауылы мәктәбендә баланслы туҡланыу бер нисә йыл дауамында тормошҡа ашырала. Был күрһәткес буйынса ул Рәсәй ауыл мәктәптәре араһында икенсе урын алған. Бөгөн бында 1 мең 100-ҙән ашыу бала уҡый. Ашхана 200 урынға иҫәпләнгән, шуға күрә уҡыусыларҙы график буйынса икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе дәрестәрҙән һуң ашаталар. Ташламалы категориялар, атап үткәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн туҡланыу айырым ойошторолған.




