«Бәйге» этноспорт фестивале башҡала халҡын йыйҙы. Көрәш һарайы алдындағы майҙанда 18 спорт һәм милли уйын төрө буйынса ярыш үтте. Бәйге-Өфөнөң Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайының бренд сараһы, сараны ойоштороуҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте лә, район да ярҙам күрһәткән. Сәләмәт йәшәү нигеҙҙәренә, милли уйындарҙы пропагандалаған этноспорт фестиваленән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Этноспорт фестивален милли көрәш ярышынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Майҙан уртаһында келәм йәйелгән, бында ир-егеттәр бил һынаша, көрәшселәр араһында студенттар, уҡыусылар күп. Милли көрәш башҡорттарҙың ата-бабаларҙан ҡалған спорт төрө, ул физик әҙерлекте лә, рухи көстө лә сағылдыра.
«Бәйге» этноспорт фестивале Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайының бренд сараһы, ярыштарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша ала. Майҙанда һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл таба ала. Арҡан тартырға ла, ҡапсыҡтар менән һуғышырға ла, биҙрәләр менән ярышырға ла, футбол уйнарға ла мөмкин. Хатта иң кескәй ҡатнашыусылар өсөн майҙансыҡтар әҙерләнгән.
Өфөнөң ете районы башҡорттары ҡоролтайы ла үҙ бренд сараһын уҙғара, улар быйыл тәүге тапҡыр ойошторола һәм төрлө темаларға арналған. Ә Октябрь районы спорт йүнәлешен алыуы осраҡлы түгел, урында көслө спорт мәктәптәре эшләй, Көрәш һарай урынлашҡан.
«Бәйге» этноспорт фестивале тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан Өфө халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балаларҙа, өлкәндәр ҙә төрлө спорт ярыштарында, милли уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. «Мәргән уҡсы» конкурсында еңеүселәр бер нисә номинация буйынса билдәләнә. Уғатарҙар түңәрәгенә уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөй, ти тренерҙар.
Көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан ҡатнашыусылар күп, майҙан көнө буйы шат тауыштарҙан яңғырап торҙо. Күптәр ғаиләләре менән килгән, ошондай саралар берҙәмлектең нигеҙе, ти улар.
«Бәйге» этноспорт фестивале спорт ярыштарында һәм милли уйындарҙа ҡатнашыу ғына түгел, сараның төп маҡсаты булып сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалау, йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү, онотолоп барған милли уйындарҙы тергеҙеү, танытыу, таратыу тора. Заман технологиялары дәүерендә фестиваль балаларҙы гаджеттарҙан айырыу, саф һауаға сығарыу ысулы ла. Күреүегеҙсә бында 18 майҙансыҡ булдырылған һәм һәр береһе янында ҡатнашырға теләүселәрҙән сират.
Рәмзиә Кәримова




