Рәсәйҙә отличниктар һаны йылдан-йыл арта. Статистика буйынса, 2025 йылда “бишле” билдәләренә генә уҡыусылар һаны хатта бер ярым тапҡырға күбәйгән. 2026 йылдың һөҙөмтәләре лә оҙаҡ көттөрмәҫ - уҡыу йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Тимәк, тиҙҙән быйылғы отличниктар һаны ла билдәле буласаҡ. Бәлки, яңы рекордтар ҙа ҡуйылыр.





