Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын конкурста ҡатнашырға саҡыралар.

Фото №1 - Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын конкурста ҡатнашырға саҡыралар.

Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын конкурста ҡатнашырға саҡыралар.

Республикала 2026 йылда педагогик хеҙмәтендә уңышҡа өлгәшкән иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар биреү буйынса конкурсҡа документтар ҡабул ителә башланы. Сара «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Педагогтар һәм остаздар» федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Премияға стажы 3 йылдан кәм, эш йөкләмәһе аҙнаһына 18 сәғәттән аҙ булмаған педагогтар дәғүә итергә мөмкин (төп эш урыны – мәктәп). Административ йәки ойоштороу эштәрен башҡарған уҡытыусылар ҡатнаша алмай.

Документтар 12 майға тиклем ҡабул ителә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ