Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл» еңеүселәренә сертификаттар тапшырҙы

Башҡортостанда иң айыҡ кешеләр Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында йәшәй. Бөгөн ауыл халҡына 6 миллион һум аҡсалата бүләк тапшырылды. Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә «Айыҡ ауыл»республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Беренсе урынды шулай уҡ «бәләкәй ауылдар» номинацияһында Асҡын районының Гөмбә ауылы, «Урта ауылдар» номинацияһында Ауырғазының Татар Нуғаҙағы һәм «ҙур ауылдар» араһында Ейәнсура районының Өмбәт ауылы яуланы.

Миллион ярым һумдан алып 6 миллион һумға тиклем. Финалға сыҡҡан 12 ауыл төрлө күләмдәге сертификаттар алды. Был бүләк сәләмәт торомош юлына баҫыу, насар ғәҙәттәрҙән арыныу буйынса йылдар дауамында алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.

Конкурста еңеү-айыҡ тормош башлау, спиртлы эсемлектәр һатыуҙы туҡтатыу тигәнде генә аңлатмай. Ауыл халҡы берләшә, әүҙемләшә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Ил етәкселеге Башҡортостан тәжрибәһен милли проект, сәләмәтлек, демография программаһы менән тиңләне.

Конкурста 845 ауыл ҡатнашып, 52-һе финалға сыҡты. Уларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ. Радий Хәбиров төбәк башлығы вазифаһы менән файҙаланып, шулай уҡ хуплауға лайыҡ Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы халҡының ниәттәрен тормошҡа ашырырға һүҙ бирҙе.

Үтә ғорурланған тағы бер еңеүселәр- төрлө кимәлдә уҙғарылған олимпиадаларҙа урын алыусылар, тине Радий Хәбиров. Оператив кәңәшмәлә төрлө фәндәрҙән ил кимәлендәге олипиадала юғары баһаларға лайыҡ булыусы уҡыусыларға Башҡортостан башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәк быуын вәкилдәренең уңыштары республиканың ышаныслы ҡулдарҙа буласағына ишара.

Республиканың олимпиада хәрәкәте тарихында был һөҙөмтәләр иң яҡшыһы. Башҡортостан хәҙер тотош илдә тәүге бишәү исемлегендә.

Оператив кәңәшмәлә республика шифаханалары эшмәкәрлеге лә өйрәнелде. Әле улар бығаса булмаған көсөргәнешлектә эшләй. 2023 йылдан ғына шифаханаларҙа ун меңгә яҡын махсус хәрби операция яугиры һәм уларҙың туғандары сәләмәтлеген нығытҡан.

Кәңәшмәлә «Йәшел Башҡортостан» һәм «Еңеү баҡсаһы» экологик акцияларына йомғаҡ яһалды. Ике сарала республика халҡы ике миллион ике йөҙ мең тирәһе ағас үҫентеләре һәм ҡыуаҡтар ултыртҡан. Радий Хәбиров әйтеүенсә, урман. ҡырҡылғанға ҡарағанда күберәк ултыртылырға тейеш. Быйыл был бурыс үтәлде.

А.Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ