Башҡортостанда сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмегән

Былтыр донъяға килгән 1 мең бәпескә 3-тән ашыу үлем осрағы тура килһә, быйыл күрһәткес икегә тиклем төшкән. Табиптар был рекордлы күренеш тип иҫәпләй. Балалар медицинаһындағы ыңғай үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Был ябай ғына көпшә түгел, оло донъя менән бәйләүсе еп. Сөнки ваҡытынан алда, етлекмәй тыуған сабыйҙар үҙ аллы тын ала, туҡлана алмай. Һауа ла, әсә һөтө лә көпшәләр аша ебәрелә. Ә махсус инкубаторҙар иһә бәпестәргә әсә ҡарынын алмаштыра.Республика перинаталь үҙәге табиптарына хатта 480 грамлыҡ сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға тура килә.

Ваҡытынан алда донъяға килгән сабыйҙар һәр заманда ла булған. Әммә элек Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының приказына ярашлы, бер килограмдан ашыу ауырлыҡтағы балаларҙың ғүмерен һаҡлау бурысы тора. 2012 йылда иһә документҡа үҙәрештәр индерелә. Был үҙ сиратында статистика мәғлүмәттәренә кире йоғонто яһай. Әммә бөгөн килеп был өлкәлә рекордлы уңыштар бар тип әйтергә мөмкин.

Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, реанимация һәм интенсив терапия бүлегендә үҙ һөнәрен, балаларҙы мөкиббән китеп яратҡан кешеләр генә эшләй ала. Сөнки бында секунд һайын сабыйҙарҙың ғүмере өсөн көрәш бара.

Табиптар өсөн ошо ижад емештәре иң ҡыйбатлы до Винчи, Пикассо, Вангог картиналарынан да ҡәҙерлерәк. Был һүрәттәрҙә ваҡытынан алда донъяға килеп табиптар тарафынан ҡотҡарылған сабыйҙарҙың устары төшөрөлгән. Күреүегеҙсә, бында ҙур ғына ҡулдар, әммә тәүге ауаздарын һалғанда был бәпестәрҙең ауырлығы килограмға ла тулмаған була.

Сабыйҙарҙың үлем күрһәткесе кәмеүе комплекслы, системалы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Гүзәл заттарҙы әсәлек осорона әҙерләү, йөклөлөк мәлендә контроль, бала табыу йортонда заманса шарттар, медицина хеҙмәткәрҙәренең юғары һөнәри оҫталығы, пациенттарға йылы мөнәсәбәт-былар барыһы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Наҙгөл Алсынбаева оло тулҡынланыу менән тәүге бәпесен көтә. Медицина хеҙмәткәрҙәре препараттар менән түгел, яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән дә дауалай, ярҙам итә, ти буласаҡ әсә.

Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары 2,3 промиллеға кәмеүе рекордлы күрһәткес. Былтыр донъяға килгән 1 мең бәпескә 3-тән ашыу үлем осрағы тура килһә, быйыл күрһәткес икегә тиклем төшкән. Әммә табиптар әйтеүенсә, улар тәүге ауазын һалған һәр сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшә. Заманса медицина учреждениелары, яңы ҡоролмалар был эшмәкәрлекте камиллаштырырға ярҙам итә.

Р.Кәримова

Волна
Акции БСТ