Буласаҡ Ватан һаҡсыларына «Черемушки» шифаханаһы базаһында асылған пунктта медицина тикшереүе үтергә, хеҙмәт үҙенсәлектәре менән танышырға, контрактҡа ҡул ҡуйырға мөмкин. Килешеү бер йылға төҙөлә, ошо срок үткәндән һуң хәрби хеҙмәтте туҡтатырға була. Республика уҡыу йорттарында пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү операторы һөнәренә уҡыу мөмкинлеге бар. Хеҙмәт яу һыҙығынан алыҫта атҡарыла. Пилотһыҙ осоу аппараттарын һөҙөмтәле ҡулланған өсөн 50 мең һумдан ярты миллион һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәре Рәсәй армияһының элиталы подразделениеһы. Улар разведка, һөжүм итеү, транспорт һәм логистика йүнәлештәрендә һөҙөмтәле эшләй, ти инструкторҙар.
Кандидаттарҙы хеҙмәткә юлланыр алдынан төрлө типтағы пилотһыҙ аппараттарҙы осорорға, шулай уҡ уларҙы ҡорарға, хеҙмәтләндерергә һәм ремонтларға өйрәтәләр. Башбат.рф сайты һәм 122-се ҡыҙыу линия буйынса пилотһыҙ осоу аппараттары операторы хеҙмәтенең төп өҫтөнлөктәре тураһында актуаль мәғлүмәтте белергә мөмкин.




