Өфөлә МХО-ла һәләк булған спорт журналисы Эдуард Хизбуллин иҫтәлегенә китап сығасаҡ

Лилиә Шафикова яҙған китап яугир тормошона һәм ижадына арналған. Йыйынтыҡ уның хеҙмәттәштәре хәтирәләрен, шәхси фотоһүрәттәрҙе үҙ эсенә ала. Эдуард Хизбуллин оҙаҡ ҡына ваҡыт БСТ каналында спорт тапшырыуҙары алып бара, һуңынан 15 йыл дауамында «Салауат Юлаев» хоккей клубында матбуғат хеҙмәткәре була. 2022 йылда Рәсәй оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юллана.

Волна
Акции БСТ