Өфөлә табиптар һәм пациенттар араһында мини футбол турниры үтте

Сәләмәтлеккә спорт аша. Башҡорт дәүләт медицина университетында табиптар һәм трансплантация кисергән пациенттар араһында мини футбол буйынса ярыш үтте. Спорт ярышы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүгә иғтибарҙы йәлеп итеү һәм ҡатмарлы операциянан һуң да әүҙем тормошҡа кире ҡайтыу мөмкинлеген күрһәтеү маҡсатында үтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ябай тормошҡа ҡайтып ҡына ҡалмай, спорт менән дә шөғөлләнә. Рафаэль Хөснөтдиновҡа былтыр яңы йөрәк күсереп ултырталар. Мини футбол буйынса турнирҙа ҡатнашыу өсөн ул Благовещен районынан килеп еткән.

Турнир трансплантация буйынса операция кисергән пациенттарҙы дәртләндереү, уларҙы ябай тормошҡа ҡайтарыу маҡсатында үтә. Мини футболда Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Республика кардиология үҙәге табиптары һәм пациенттар командаһы уйнаны. Еңел булмаған әмәлиәттән һуң, әлеге көндә туп артынан йүгереп йөрөүе-операция һәм реабилитацияның уңышлы үтеүенә асыҡ миҫал. Был барлыҡ тырышлыҡтарҙың юҡҡа булмауын раҫлай.

Мини футбол буйынса ярыш «Оҙон һәм әүҙем ғүмер» милли проектына ярашлы «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» акцияһы сиктәрендә үтә. Тематик аҙналыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын профилактикалау, үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында ойошторола.

Әлфинә Килдейәрова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ