Өфөлә “Берҙәмлек шаңдауы” үтте

Ил кимәлендә ойошторолған сара мультижанрлы шоу форматында булды. “Проект бер сәхнәлә төрлө милләт мәҙәниәтен күрһәтеүе менән үҙенсәлекле”, – ти Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин.

Өфөлә “Берҙәмлек шаңдауы” үтте

Республика халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Хор капеллаһы, “Узорица” рус музыкаһы һәм йыры ансамбле, шулай уҡ Әй-Йола төркөмө Башҡортостан мәҙәниәтен күрһәтте. “Берҙәмлек шаңдауы” ил Президенты Владимир Путин иғлан иткән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында ярашлы үтте. “Был сара милләт-ара дуҫлыҡты тағы ла нығыта”, тине AY Yola төркөмө солисы, Башҡортостандых халыҡ артисы Ринат Рамазанов.

Өфөлә “Берҙәмлек шаңдауы” үтте
Фото №1 - Өфөлә “Берҙәмлек шаңдауы” үтте
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ