Ул Кейекбай ауылында урынлашҡан. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия сержанты Айрат Ҡарабаев исемен йөрөтә. Музейҙы уның ата-әсәһе Шакир һәм Нәсимә Ҡарабаевтар асҡан. Айрат бала сағынан әүҙем тормош алып барған, балыҡ тоторға яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән. Экспозицияла һалдаттың хәрби кейеме, документтары һәм шәхси әйберҙәре урын алған. “Улыбыҙ ҡаһарман булды. Уның менән ғорурланабыҙ”, - ти Нәсимә һәм Шакир Ҡарабаевтар.
Гвардия сержанты Айрат Ҡарабаев Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры. Быйыл Бөрйән районында уның иҫтәлегенә арналған бильярд турниры үтте. Иҫке Собханғол мәктәбенең Кейекбай филиалында яугирға бағышланған Герой партаһы булдырылған.





