Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү дауам итә

“Черемушки” шифаханаһы базаһындағы “Защитник”  үҙәгендә ғариза тапшырырға була. Контракт бер йылға төҙөлә, артабан уны өҙөргә йәки оҙайтырға  мөмкин. Бынан тыш, хәрбиҙең һөнәре һаҡлана-уны үҙенең ризалығынан тыш башҡа ғәскәргә күсереп булмай. Федоровка районы егете “Татар” тигән позывной алған. Ул курс үткәндән һуң, БПЛА операторы булып махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.

Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү дауам итә

Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янамай. Унда башлыса машиналар эшләү, айти технологиялар өлкәләрендә эшләгән, компьютерҙы программа менән тәьмин итеү ысулдарын белгән тәжрибәле ир-егеттәр алына.

Фото №1 - Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү дауам итә
Волна
Акции БСТ