Әлегә төҙөкләндереү талап ителгән 14 саҡрымдың дүрт километры тәртипкә килтерелгән. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән юл япмаһында ҡырсынташ һалына, инженер коммуникациялар яңыртыла, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр йыһазландырыла. Ҡатмарлы участкала ремонт эштәре 2023 йылда башланды. Галле ҡалаһы исемендәге урам Өфөлә иң йәнле юлдарҙың береһе тип иҫәпләнә. Ул ҡаланың үҙәк өлөшөнән автотранспорттың М-7 федераль трассаһына сығыуын тәьмин итә һәм ҡаланың мөһим транспорт артерияһы булып тора. Тәүлегенә унан бер нисә тиҫтә мең автомобиль үтә.




