Иглин районының «Алға» Изгелек үҙәгендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Танчик» ҡушаматлы яугир менән осрашыу уҙҙы. Мобилизацияланған хәрби үҙенең фронт тарихтары менән бүлеште, тылдағылар ярҙамының мөһимлеген билдәләне.
Бейбаҡты ауылында штаб Нәфис менән Флүс Хисаевтарҙың баҡыйлыҡҡа күскән ата-әсәһе йортонда асылған. Был Турбаҫлы ауыл биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған өсөнсө штаб. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, балалар һалдаттарға хаттар яҙа. Ирекмәндәр йәнә алғы һыҙыҡҡа йыйыныусы хәрбигә маскировка селтәрҙәре, күстәнәстәр биреп ебәрә.




