Өфөлә авиация аҙналығы сиктәрендә хәрби самолеттар күргәҙмәһе үтте


Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр. Өфө фән һәм технологиялар университеты һәр кемде хәрби самолеттар менән танышырға саҡырҙы. Авиация аҙналығы сиктәрендә вуздың ҡала ситендәге базаһында ҙур байрам үтте.

«Су-34» бомбардировщигы, «Су-27» һәм «МиГ-29» истребителдәре, шулай уҡ «Ми-8» вертолеты. Бында күрһәтелгән бар авиатехника Рәсәй мәнфәғәттәрен махсус хәрби операцияла яҡлай. Теләгән һәр кем һауа судноларына ҡағылып ҡына ҡалманы, штурвалға ултырып та ҡараны. Күргәҙмәгә башлыса киләсәген авиация менән бәйләргә теләгән йәштәр килгән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, өс көнлөк марафон күптәрҙең хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ