Яҙғы һыу хаталарҙы ғәфү итмәй. Көндәр саманан тыш эҫетеү менән республика халҡы йылға-күл буйҙарына ағылды.
Һыу инеү миҙгеле әле асылмаған, әммә пляждарҙа кеше етерлек. Шәмбе-йәкшәмбегә ҡарай ял итеүселәр тағы ла күбәйәсәк. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында был көндәрҙә рейдар ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә. Тикшереү барышында белгестәр халыҡҡа пляждар эшләй башлағандан һуң ғына килергә кәңәш итә. Бер үк ваҡытта улар һыуға батыусыға беренсе ярҙамды күрһәтеү ҡағиҙәләрен өйрәтә.
Рәсми һыу инеү миҙгеле Башҡортостанда 1 июндә асыла. Һалҡын яҙғы һыу аяҡ-ҡулдарҙың тартышыуына килтереүе ихтимал. Йыл башынан ғына 5 кеше һыу ҡорбаны булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында ике йәшлек бала ла бар.




