Өфөлә бәпембәләр менән көрәш дауам итә

Ҡый үләндәре менән көрәш. Яҙҙың йылы көндәре менән бергә бәпембәләр сәскә ата. Был сағыу һары төҫтәге сәскәләр күҙҙе ҡыуандырһа ла, коммуналь хеҙмәттәр һәм күпселек халыҡ өсөн ысын рәүештә баш ауырыуына әйләнә. Өфөлә бәпембәләр менән көрәш нисек бара? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Берәүҙәр унан дарыу, икенселәр-ҡайнатма эшләй, өсөнсөләр-турамаға ҡуша. Тәү ҡарашҡа, бәпембә-зарарһыҙ ялан сәскәһе. Әммә ҡала мөхитендә ул агрессив ҡый үләненә әйләнә, урамдарҙа һәм аллеяларҙа сүп-сар булып тарала. Ильвир Санчаев 15 йылға яҡын баш ҡала урамдарын тәртиптә тоторға ярҙам итә. Бәпембәләр менән көрәш йыл һайын ҡабатланған тарих, ти ул.

Бер үҫемлек 200-гә яҡын орлоҡ бирә ала, ә тамыры 30 сантиметр тәрәнлеккә үтеп инә. Бәпембәне тулыһынса алып ташлау ауыр, әммә улар менән көрәшеү мөһимлеген Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙең береһендә белдергәйне.

Ҡала шарттарында бәпембәләр менән көрәш темаһы-бәхәсле мәсьәләләрҙең береһе, ти биология фәндәре кандидаты Мария Лебедева. Улар экосистеманың бер өлөшө, иртә яҙҙа бал ҡорттары өсөн нектар сығанағы. Беҙҙең бурыс-уларҙың таралыуын контролдә тотоу.

Ҡалала, йәғни киң территорияларҙа ҡый үләндәре менән көрәшеү генә түгел, ә идара итеү системаһын төҙөү мөһим. Бәпембәләрҙе түбән һәм йыш ҡырҡыу тупраҡ эрозияһына һәм тирә-яҡ территорияларҙың саңланыуына килтерә ала. Был йәһәттән, газон үләндәрен ҡуҙаҡлы культуралар менән бергә сәсеү-бәпембәләрҙе бөтөрөүҙә тәбиғи ысул булып тора.

Мария Лебедева, Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты

Баш ҡала буйлап бәпембәләр менән көрәшкә 190 берәмек триммер һәм 10 берәмек газон ҡырҡыусы ҡоролма йәлеп ителгән. Көн һайын яҡынса 600 квадрат метр биләмәл ҡый үләндәренән таҙартыла.

Бәпембәләрҙе ҡырҡыу-ул тәбиғәт менән көрәш түгел. Ҡала хеҙмәттәре экологик тигеҙлекте боҙмайынса, йәмәғәт киңлектәренең, урам-аллеяларҙың зауығын һаҡлап ҡалырға тырыша.

Әлфинә Килдейәрова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ