Өфөлә һайлауға әҙерлек һәм ялған яңылыҡтарҙан һаҡланыу мәсьәләләре тикшерелде

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы, «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесе Александр Брод Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һәм республиканың Йәмәғәт палатаһы етәкселеге менән осрашты. Яҡтар сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороуҙы һәм бойондороҡһоҙ күҙәтеүселәр әҙерләүҙе, фейктарға, мәғлүмәт һөжүмдәренә ҡаршы тороу һорауҙарын ҡараны. Әңгәмә барышында Үҙәк һайлау комиссияһының сәйәси партиялар, киң мәғлүмәт саралары һәм граждандар институттары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ Александр Брод Йәмәғәт күҙәтеүселәре республика олимпиадаһы еңеүселәрен бүләкләне.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ